Местная общественная организация территориальное общественное самоуправление «Баракат» села Старосубхангулово сельского поселения Старосубхангуловский сельсовет муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан

Территориаль ижтимағи үҙидаралыҡ  (местная общественная организация   территориальное   общественное самоуправление «Бәрәкәт «).

Иҫке Собханғол  ауылында урындағы йәмәғәт ойошмаһы территориаль ижтимағи үҙидаралыҡ  (местная общественная организация   территориальное общественное самоуправление » Бәрәкәт «), ҡыҫҡаса ТОС «Бәрәкәт », ойошторолдо. “ Бәрәкәт ” территориаль үҙидаралығы Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенең 131-се законына ярашлы теркәлеү үткән һәм юридик көскә эйә.     

    Йәмәғәт үҙидараһы (ТОС) ауылда көндәлек тормошта ҡалҡып сыҡҡан мәсьәләләрҙе халыҡ менән бергәләп башҡарыуҙы күҙаллай. ТОС-тың маҡсаты — граждандарҙың урындағы үҙидаралыҡ эшендә әүҙем ҡатнашыу хоҡуғын тормошҡа ашырыу, халыҡты ауылдағы проблема һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу. Шулай уҡ төп йүнәлештәргә халыҡ хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, биләмәнең социаль һәм иҡтисади үҫешен билдәләү, граждандарҙың социаль- көнкүреш талаптарын үтәгәндә урындағы үҙидара һәм граждандарҙан йыйылған аҡсаны ҡулланыу, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү,  тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу һәм башҡалар инә.

ТОС уңышлы эшләп китеү өсөн тәүшарт — ауылда тыуған ере, ауыл һәм уның киләсәге өсөн янып торған ауылдаштарыбыҙ бар.  

ТОС-тың бюджеты устав буйынса ирекле һәм хәйриә  взностары иҫәбенә тулыландырыла.  Хөкүмәт органдары тарафына матди һәм аҡса ярҙамы инҡар ителмәй. 

Читайте также: